Күптән түгел Борайҙа тиҙ шахмат буйынса республика чемпионатының ярым финалы үтте.
Унда шәхси беренселектә иң оҫта шахматсылар көс һынашты.
Тәтешле районынан Елена Шәфиева ҡатын-ҡыҙҙар араһында 1-се урынға сығып, республикабыҙҙың төньяҡ зонаһы данын чемпионаттың юғары лигаһында яҡлау хоҡуғына эйә булды.