Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
7 Ноябрь 2019, 00:30

Фажиғәгә тарыусы ғаиләне янғын һүндереү приборы ҡотҡара алыр ине.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тәтешле районындағы янғынға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе

"Беҙ янғындарҙа һәләк булыусылар һанын кәметеү өҫтөндә эшләйбеҙ һәм тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар. Әммә бөгөн янғында өс кешенең ғүмере өҙөлдө, тағы ла дүрт кеше йәрәхәтләнгән.
Башҡа бик күп осраҡтарҙағы кеүек үк, фажиғәгә тарыусы ғаиләне янғын һүндереү приборы ҡотҡара алыр ине. Һәм уларҙың өйҙәрендә сигнализация булған. Тик яңы йорт төҙөгән ғаилә ваҡытлыса туғандарында йәшәгән", - тип яҙған Башҡортостан етәксеһе. Республика бюджеты иҫәбенә бөгөн өйҙәргә 104 меңгә яҡын прибор ҡуйылған.
Биш йыл эсендә был күрһәткесте 200 меңдән арттырыу планлаштырыла. "Янғындарҙы иҫкәртеүсе ҡоролмалар ярҙамында быйыл ғына 291 кешене ҡотҡарып ҡала алдыҡ, уларҙың 126-һы балалар. Әгәр ҙә һеҙгә сигнал биреүсе прибор бушлай ҡаралмаһа, һәр кем уны үҙе һатып алып ҡуя ала. Хаҡы 250 һум тора" – тип яҙған Радий Хәбиров.
• «Bash.News» сайтынан.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 5 ноябрҙә Үрге Тәтешлелә ҡот осҡос янғын сығып, унда өс кеше янып үлде.
Янғын торлаҡ йортта сыға.
54 квадрат метр майҙандағы бер ҡатлы йортто һүндереүгә 24 кеше һәм 11 техника йәлеп ителә,
Янғын һанаулы минуттарҙа һүндерелә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда 1990 йылғы ҡатын-ҡыҙ һәм 2011, 2017 йылғы балалар һәләк була.
Янғында шулай уҡ 1978, 1984, 1998 йылғы ир-егеттәр ҡаза күрә. Улар әле үҙәк район дауаханаһында.
Янғын сәбәптәре асыҡлана.
Читайте нас: