Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
10 Ноябрь 2019, 16:45

"Айыҡ ауыл” конкурсында Краснокама районынан дүрт ауыл ҡатнаша

Ҡуян, Яңы Бура, Николо-Березовка, Ҡарый ауылдарында йәшәүселәр айыҡ тормош яҡлы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабында Краснокама районында дүрт ауыл ҡатнаша: Ҡуян, Яңы Бура, Николо-Березовка, Ҡарый. Конкурс сиктәрендә был ауылдарҙа пландар ҡабул ителде, һәм планға ярашлы саралар үтә. Мәҙәниәт йорттары, ауыл китапханалары, белем биреү учреждениелары , спорт комитеты, йәштәр менән эшләү комитеты, дауалау учреждениелары был сараларҙы үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша.

“Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә Николо-Березовка ауылында Краснокама районы ойошма, учреждение, предприятие һәм ауыл биләмәләре хеҙмәткәрҙәре араһында йөҙөү буйынса ярыш үтте.
Был сара “Прикамье” физкультура-сәләмәтләндереү комплексында ойошторолдо. Шулай уҡ ул Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышланды.
Читайте нас: