Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
18 Ноябрь 2019, 17:00

Ағиҙел ҡалаһы «Әкиәтсе» театр студияһы фестивалдән бүләк менән ҡайтты

«Һылыуҡай һәм Ғифрит» мюзиклы жюри тарафынан юғары баһаланды

Өфөлә балалар һәм йәштәр театрҙарының I республика фестивале тамамланды. «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә үткәрелгән яңы проект республикала балалар һәм йәштәр театрҙарын, һәүәҫкәр театраль сәнғәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ижади бәйгелә 19 театр көс һынашты.

Ағиҙел ҡалаһы «Иҙел» мәҙәниәт йортонда эшләп килгән «Әкиәтсе» театр студияһы «Һылыуҡай һәм Ғифрит» мюзиклын алып барҙы. Студия жюри комиссияһынан яҡшы баһа алды һәм «Сәхнә костюмдарын сағыу һәм художестволы әҙерләү өсөн» дипломы һәм премия менән бүләкләнде.

Читайте нас: