Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
19 Ноябрь 2019, 17:55

Иң яҡшы боҙ ҡаласығы аҡсалата премия менән дәртләндереләсәк

Еңеүсегә 500 000 һум күләмендә аҡса тапшырыласаҡ

Республикала «Иң яҡшы Яңы йыл боҙ ҡаласығы» конкурсы 10 декабрҙә старт аласаҡ. Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүселәр аҡсалата премия өсөн көс һынашасаҡ. Еңеүсегә 500 000 һум күләмендә аҡса тапшырыласаҡ. Икенсе урын өсөн 200 мең һум, өсөнснө урынға 150 мең һум премия ҡаралған.
Конкурс ҡала округтары һәм биләмәләре, шулай уҡ, ауыл биләмәләре араһында ойошторола. Ярышта ҡатнашыу өсөн муниципалитет хакимиәттәренә иң яҡшы боҙ ҡаласығын һайлап, заявка ебәрергә кәрәк. Комиссия биләмәнең биҙәлешен, иллюминацияларҙың ҡулланыуын, шыршының байрамса биҙәлешен, скульптураларҙы баһалаясаҡ.
Читайте нас: