Ҡурай
+15 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
22 Ноября 2019, 10:18

«Ҡаймашабашмультфильм» тәҡдим итә...

Ауыл балалары йәнһүрәттәр конкурсында еңеү яуланы

Өфөләге республика Хәрби Дан музейында «BashMult» республика фестиваль-конкурсына йомғаҡ яһалды, һәм был бәйгелә ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы булды.
Яңауыл районы Ҡаймашабаш ауылы мәктәбе уҡысылары дипломдарға лайыҡ булды.
Информатика уҡытыусыһы Эвелина Кәмиҙуллина етәкселегендә төшөрөлгән «Ҡаймашабаш ауылы тарихы» йәнһүрәте 15-17 йәштәге балалар араһында «Ваҡыттарҙы бәйлүсе еп » номинацияһында беренсе урын яулаған.
Бынан тыш уҡыусы Анна Әхмәтгәрәева «МультИлһам» номинацияһында өсөнсө урын алған.
Читайте нас