Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
23 Ноябрь 2019, 14:41

Башҡорт гимназияһы территорияһындағы спорт майҙансығын заманса ҡоролмалар менән тулыландырмаҡсылар

Нефтекама ҡалаһы башҡорт гимназияһының тамашалар залында урындағы башланғыстарҙы яҡлау Программаһы -2020 буйынса йыйылыш үтте

Йыйылышта Ленин урамының 84-се йортонда йәшәүселәр ҡатнашты.
Ҡаланың 13 микрорайонында йәшәүсе граждандарҙың проблемаларын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын, проектты финанслау мәсьәләләрен дөйөм йыйылыштан алда махсус комиссия ағзалары анкеталарға яуап алыу ярҙамында асыҡланы.
Йыйылыштың иң төп бурысы булып Проектта ҡатнашыуҙың бер нисә һорауына асыҡлыҡ индереү ине: башҡорт гимназияһы территорияһындағы спорт майҙансығын заманса ҡоролмалар менән тулыландырыу, балаларҙың һәм ололарҙың ялын файҙалы ойоштороу, халыҡты физик әүҙемлеккә ылыҡтырыу.
Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы проектының төп бурысын - балаларҙың һәм ололарҙың ялын файҙалы ойоштороу, халыҡты физик әүҙемлеккә ылыҡтырыу - ҡатнашыусыларҙың яртыһынан күбеһе хуплап ҡаршы алды.
Ошо эштәр талап иткән эштәрҙең суммаһын республиканан килгән субсидияларҙың 15 проценты ҡапларға (150000 һум самаһы), ә ҡалған өлөшөн микрорайонда йәшәүсе халыҡ күтәрергә тейешлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Ҡуйылған маҡсаттарҙы бойомға ашырыу эшен
йыйылышта һайланған инициатив төркөм үҙ өҫтөнә алды. Әлбиттә, төркөмгә ҡаланың 13 микрорайонында йәшәүселәрҙең иң әүҙемдәре инде.
Ленин урамының 84-се йортонда йәшәүселәр проекттың еңеренә ҙур ышаныс бағлай.
Автор: Гөлсәсәк Яҡшығолова
Читайте нас: