Ҡурай
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
24 Ноябрь 2019, 13:32

Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар! Әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр! Һеҙҙе донъялағы иң матур һәм йылы байрамдарҙың береһе – Әсә көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Бөгөн матур байрам көнөндә Һеҙгә оло ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ, сикһеҙ һөйөүегеҙ, сабырлығығыҙ һәм тормош аҡылығыҙ өсөн рәхмәттәр әйтәбеҙ.

Һәр беребеҙ өсөн Әсә – иң ҡәҙерле, изге һәм һөйкөмлө зат, ғаилә һәм йәмәғәт өсөн ышаныслы таяныс.
Сабыйына яҡты донъя бүләк итеүсе, уның өсөн бөтә ғүмерен бағышлаусы әсәйҙәребеҙ булыуы менән тормош яҡты һәм матур. Ҡәҙерле кешебеҙҙең йылы һүҙҙәрен, ярҙамын тойоп йәшәйбеҙ, хәстәрлекле ҡулдарының ҡәҙерен беләбеҙ.
Ҡәҙерле әсәйҙәр! Бөгөн матур байрам көнөндә Һеҙгә оло ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ, сикһеҙ һөйөүегеҙ, сабырлығығыҙ һәм тормош аҡылығыҙ өсөн рәхмәттәр әйтәбеҙ.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡлы көндәр, аҡ бәхеттәр һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ!
Читайте нас: