Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
25 Ноябрь 2019, 17:02

Балалар ата-әсәләре менән бергә үҙҙәренең шәжәрә ағасын төҙөгән, милли аш-һыу әҙерләгән.

Нефтекама ҡалаһы 39-сы балалар баҡсаһында шәжәрә байрамы үтте

Нефтекама ҡалаһы 39-сы балалар баҡсаһында асылған башҡорт төркөмө бик сағыу сара – шәжәрә байрамы - үткәрҙе. Әҙерлектең юғары кимәлдә башҡарылыуы сараның тәүге минуттарынан уҡ асыҡланды. Балалар ата-әсәләре менән бергә үҙҙәренең шәжәрә ағасын төҙөгән, милли аш-һыу әҙерләгән. Байрамға зал зауыҡлы биҙәлгән, экспонаттар, ҡул эштәре менән йыһазландырылған.
Шәжәрә байрамы йыр, бейеү, уйындар менән оҙатылып барҙы. Сара барышында балалар өләсәй, әсәйҙәре менән бергә үҙҙәренең ғаилә шәжәрәһе менән таныштырҙы. Беҙ Алетдиновтар, Сабировтар, Курниковтар, Филимоновтар, Сайфуллиндар ғаиләһе менән яҡыныраҡ таныштыҡ. Ата-әсәләр исеменән Регина Ваһапова «Бөрйән ҡыҙҙары» бейеүен, Альбина Вәлиева йыр бүләк итте.
Был мәртәбәле сараға беҙҙе, ҡала «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ағзаларын да, саҡырғайнылар. Шул тиклем кинәнеп, шатланып, һоҡланып балаларҙың, ата-әсәләрҙең сығыштарын ҡарап ултырҙыҡ. Тәрбиәселәр Инзилә Рафаэль ҡыҙы Шәйәхмәтова, Ирина Әнис ҡыҙы Миһранбаева, музыкаль яҡтан сараны биҙәгән Гүзәл Нәфкәт ҡыҙы Сәфиуллинаға рәхмәтебеҙҙе белдерәһебеҙ килә. Шулай уҡ башҡорт төркөмөн асырға булышлыҡ иткән балалар баҡсаһы мөдире Ләйлә Нил ҡыҙы Низаметдинова һәм был башланғысты хуплаған ата-әсәләр ҙур ихтирамға лайыҡ.
Һүҙ уңында шуны ла әйтеп үткем килә: ҡала «Ағинәйҙәр» ойошмаһы барлыҡҡа килгәнгә 4 йыл. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бик күп эштәр атҡарылған: йәйге лагерҙа «Кәкүк сәйе», «Бала һатып алыу» йолаһы, яҙыусыларға, байрамдарға арналған тематик кисәләр, шиғырҙар бәйгеһе, спорт ярыштары һәм башҡалар. Был сараларға барлыҡ ҡатлам кешеләрен йәлеп итергә тырышабыҙ. Баймаҡта үткәрелгән һабантуйҙа, «Алтын ҡумта» телевизион проектында ҡатнашып өлгөрҙөк. Әлеге ваҡытта «Йөрәк һүҙе» тип аталған шиғырҙар бәйгеһенә әҙерләнәбеҙ.
Шулай итеп, алда башҡараһы эштәрҙе барлап, киләсәккә өмөт менән бағып йәшәйбеҙ. Әкренләп дуҫтарыбыҙ ҙа күбәйә, 39 – сы балалар баҡсаһында тәрбиәләнгән бәләкәстәр менән эштәр планлаштырып ҡуйҙыҡ.
Йәш быуында үҙ халҡының тарихына, теленә, мәҙәниәтенә һөйөү уятыу йүнәлешендә бергәләп эшләгәндә генә ҙур маҡсатҡа ирешеп була. Киләсәктә беҙҙең балаларыбыҙ үҙ тамырҙарын белеп, нәҫел ағасының тамырҙарын ҡоротмай, ошо ерҙең хужаһы, ата-бабалар йолаһын лайыҡлы дауам итеүсе булырҙар тип ышанабыҙ.
Тәғзимә Ҡарманова, Нефтекама ҡалаһы «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ағзаһы, башҡорт гимназияһы китапханасыһы
Читайте нас: