Ҡурай
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
28 Ноябрь 2019, 14:25

"Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһының һөҙөмтәләре ниндәй?

Акция барышында 10 меңдән ашыу социаль ауырыу асыҡланған.

Быйыл Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау министрлығы «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһын үткәрҙе.
Күсмә Сәләмәтлек үҙәктәрендә, ФАП-тарҙа, флюрографтарҙа һәм маммографтарҙа, республика клиник дауаханаһының диагностика үҙәктәрендә, кардиоүҙәктә, стоматология модулендә республиканың 105 меңдән ашыу кешеһе медицина тикшереүе үтеп, тәүге медицина ярҙамы һәм белгестәрҙән кәңәш алыуға иреште.
Акция барышында 10 меңдән ашыу социаль ауырыу асыҡланған. Улар араһында 868 шәкәр диабеты, 101 – туберкулез, 606 – яман шеш ауырыуҙарына шик белдереү осрағы асыҡланған, шуларҙың 51-е раҫланған. 8148 пациентта юғары ҡан баҫымы теркәлгән.
Читайте нас: