Ҡурай
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
4 Декабрь 2019, 00:25

Изгелек күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ағиҙел ҡалаһында коляскала йөрөгән инвалидҡа матди ярҙам күрһәтеү акцияһы үтте.

Маргиз Сафаров күп йылдар фатирынан сыға алмай интекте – күп ҡатлы йорттоң конструкцияһы уңайлы пандус ҡуйырға мөмкинлек бирмәне. Бына ниһайәт быйыл уға беренсе ҡатта булған фатирының балконынан күтәрмә эшләнеләр. Маргизға аҡсалата ярҙам итеүселәр ҙә күп булыуға ҡарамаҫтан, егет нисә йөҙ һумлыҡ кредит алырға мәжбүр булды.
Ағиҙел халҡы был осраҡта ла яҡташын бәләлә ҡалдырманы: «Иҙел» мәҙәниәт йорто коллективы хәйриә «Һылыуҡай һәм Ғифрәт» мюзиклын күрһәтеп, йыйылған аҡсаларҙы Маргизға тапшырырға булды. Шул уҡ көндө мәҙәниәт йорто фойеһында егеттең фотокүргәҙмәһе ойошторолдо (социаль селтәрҙәрҙә «ултырған» ағиҙелдәр уның оҫта фотограф икәнен яҡшы белә, бер нисә көн элек кенә Өфөлә лә уның фотоһүрәттәре тематик сарала ойошторолған күргәҙмәлә урын алды).
Әммә мюзиклдан һуң Маргиз йыйған аҡсанан баш тартты. Баҡһаң, Өфөлә Маргиздың ағаһы эшләгән хеҙмәт коллективы, Ағиҙел егетенең хәлен аңлап, Яңы йыл корпоративынан баш тартҡан икән. Һәм ошо байрамға бүленгән аҡсаны мохтажлыҡ кисергән инвалидҡа тапшырғандар. Был аҡса Маргиздың кредитын түләргә еткән. Маргиз шул уҡ көндө аҡсаны ҡатмарлы операцияға әҙерләнгән Альбина Ялалова тапшырҙы. Альбинаның яҙмышы тураһында ағиҙелдәр шулай уҡ социаль селтәрҙәр аша яҡшы белә.
Изгелек күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер, тиҙәр. Бынай шулай, Ағиҙелдә ҡылған изгелектәр – тәьҫир итерлек миҫал.
Читайте нас: