Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
5 Декабрь 2019, 19:40

АҠ ҠОМАҠ ЙЫЛЫНДА НИМӘ БҮЛӘК ИТЕРГӘ ЯРАМАЙ?

Ҡомаҡ иң беренсе сиратта ябайлығы менән айырыла. Шуға бүләктәр ҙә ябай, әммә һәр ваҡыт ҡулланыла торған булырға тейеш.

2020 йылды ҡаршыларға күп ваҡыт та ҡалманы. Күптәр нимә бүләк итергә икән тип бөгөндән үк баш вата.
Ҡомаҡ иң беренсе сиратта ябайлығы менән айырыла. Шуға бүләктәр ҙә ябай, әммә һәр ваҡыт ҡулланыла торған булырға тейеш. Бынан тыш, ҡомаҡтар сағыу, күҙгә ташланып барған әйберҙәр яратмай.
Ағас, кизе-мамыҡ, етен, йөн әйберҙәр яҡшы.
Астрологтар фекеренсә, Аҡ ҡомаҡ йылында мех кейемдәр (тун, жилет) бирергә ярамай. Йыл хужаһы зиннәтлелекте яратмай, шуға байлыҡты күрһәтеү әһәмиәтле түгел.
Сәғәтте бөтөнләй бүләк итергә ҡушмайҙар.
Ялтырауыҡ, ваҡ-төйәк әйберҙәр бирергә лә кәңәш ителмәй.
Көҙгө, көҙгөлө косметика ла был йылда уңышлы бүләк түгел.
Кимереүселәр еҫте бик яҡшы тоя. Шуға Яңы йылға парфюмерия, эфир майҙары, ҡырҡыу еҫле башҡа нимәләр бирмәгеҙ.
Бүләккә тараҡ, шампунь, бальзам, кейем, таҫтамал, тапочка алмағыҙ. Улар яңы йылда кешегә бәхетһеҙлек килтерә тип һанала.
Аҡ ҡомаҡ йылында бүләктәрҙең универсаль варианттары юҡ, барыһы ла кешенең үҙенең ҡарашына һәм нимәгә өҫтөнлөк биреүенә бәйле. Әммә иң мөһиме – бүләгегеҙ ҡәҙерле кешеләрегеҙгә оҡшаһын, кәйефтәрен күтәрһен.
Читайте нас: