Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
5 Декабрь 2019, 11:30

Әсәлек капиталын файҙаланыуҙың тағы бер ысулы барлыҡҡа килде.

Бөгөн икенсе һәм унан һуңғы тыуған бала өсөн бирелгән әсәлек капиталының суммаһы 450 мең һумдан ашыу тәшкил итә. 2020 йылдың 1 ғинуарынан был сумма 466 мең 600 һум буласаҡ.

Әсәлек капиталын файҙаланыуҙың тағы бер ысулы барлыҡҡа килде. Был хаҡта Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә.
Әсәлек капиталы аҡсаһын файҙаланып, торлаҡ йорт төҙөү йәки уны үҙгәртеп ҡороу мөмкинлеге булған ер участкалары исемлеге төрҙәре тағы берәү менән тулыланды. Был – баҡса ер участкалары.
Бындай ерҙәрҙә торлаҡ йортон төҙөү йәки төҙөкләндереү өсөн әсәлек капиталы аҡсаһын файҙаланырға мөмкин. Тик шуға иғтибар итергә кәрәк: закондағы үҙгәрештәрҙә һүҙ баҡса йорто (дача) түгел, торлаҡ йорт тураһында бара.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн икенсе һәм унан һуңғы тыуған бала өсөн бирелгән әсәлек капиталының суммаһы 450 мең һумдан ашыу тәшкил итә. 2020 йылдың 1 ғинуарынан был сумма 466 мең 600 һум буласаҡ.
Читайте нас: