Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
5 Декабрь 2019, 15:40

Сүп-сар сығарған өсөн хаҡты комиссияһыҙ ҡайҙа түләргә була?

Элек ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарған өсөн килгән түләү ҡағыҙҙарында торлаҡ йортта теркәлгән кешеләр һаны тура килмәгән осраҡта, түләүҙе ҡабаттан иҫәпләтеү өсөн ғариза яҙып, ЭСКБ-ға мөрәжәғәт итә ине халыҡ. Хәҙер, килешеү тарҡатылғанлыҡтан, был мөмкин түгел. Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

«ЭСКБ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса төбәк операторы «Дюртюлимелиоводстрой» араһындағы килешеү ноябрь башында тарҡалды.
1 ноябрҙән почта аша түләүҙәр ҡабул ителмәй башланы, Интернет аша сайт буйынса ла түләп булмай. Бөгөн Һаҡлыҡ банкы аша түләргә мөмкин. Әммә ул комиссия ала: бында шундай тәртип 1 ноябрҙән индерелгән. Комиссияның күләме лә бер төрлө генә түгел, түләүҙең суммаһына бәйле.
Бөгөн сүп-сар сығарған өсөн хаҡты комиссияһыҙ «Почта-банк» ҡабул итә. Уның да шарты бар: түләүсенең «Почта-банк» пластик картаһы булырға тейеш. Уны булдырыу ауыр түгел. Паспорт менән әлеге банктың теләһә ҡайһы бүлексәһенә барһаң, уны бушлай рәсмиләштереп бирәләр.
Шулай уҡ Интернет аша, ЭСКБ сайты аша түгел, ә Һаҡлыҡ банкыңдағы шәхси кабинетығыҙ аша түләргә мөмкин. Унда комиссия 1 процент тәшкил итә.
Элек ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарған өсөн килгән түләү ҡағыҙҙарында торлаҡ йортҡа теркәлгән кешеләр һаны тура килмәгән осраҡта, түләүҙе ҡабаттан иҫәпләтеү өсөн ғариза яҙып ЭСКБ-ға мөрәжәғәт итә ине халыҡ. Хәҙер, килешеү тарҡатылғанлыҡтан, был мөмкин түгел. Ғариза, теркәү урыны бите менән паспорт күсермәһе, ғаилә составы йәки ваҡытлыса теркәү урыны тураһындағы белешмәне электрон почта аша [email protected] ебәрергә була.
Читайте нас: