Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
5 Декабрь 2019, 13:30

Шыршыны урмандан сәлдергән өсөн штраф

Урман фондына килтерелгән зыян өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған

Яңы йыл яҡынлаша, өй түрҙәрен ҡупшы шыршылар биҙәй. Берәүҙәр яһалма шыршы менән сикләнә, икенселәр урмандан килгән сибәркәйҙе һайлай. Тик шуныһы — бәғзеләр ҡупшыҡайҙы урмансылыҡ хужалығынан йә баҙарҙан барып алаһы урынға, бер нисә йөҙ һум аҡсаһын йәлләп, урмандан “сәлдерә”.
Республикала йәшәүселәр ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу тураһында хәбәр итә ала. 25 ноябрҙән «Шыршы –2019» оператив-иҫкәртеү операцияһы башланды. Урмандарҙа законһыҙ эшмәкәрлек алып барыу хаҡында мәғлүмәтте 8 (347) 218-14-14 телефоны буйынса Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә ебәрергә мөмкин.
Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, урман фондына килтерелгән зыян өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
Граждандарға — 3-4 мең, вазифалы кешеләргә — 20-40 мең, юридик берәмектәргә 200-300 мең һум административ штраф янай.
Штрафтан тыш, браконьер урман фондына килтергән зыянды ҡапларға тейеш. Әгәр зыяндың суммаһы биш мең һум һәм унан күберәк икән, «Урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыу» статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы ихтимал. Ошо статья буйынса максималь яза – алты йылға тиклем иректән мәхрүм итеү.
Әгәр законһыҙ ҡырҡҡан саҡта механизмдар, автомототранспорт, үҙйөрөшлө машина һәм башҡа техника файҙаланылһа, административ штрафтың күләме арта, ә файҙаланылған эш ҡоралдары һәм киҫелгән ағастар конфискациялана.
Читайте нас: