Талантлы сәхнә күренештәре, ҡыҙыҡлы оҫталыҡ кластары, һөнәри аралашыу – былар барыһы ла Иҫке Балтаста Фәрдүнә Ҡасимова призына үткәрелгән «Тамаша» республика фестиваленә килгән театр коллективтарын берләштерҙе.
Фестивалдә Тәтешле районы Бәҙрәш ауылының «халыҡ» театры исемен йөрөткән «Мираҫ» үҙешмәкәр коллективы ла ҡатнашты (етәксеһе Гөлшат Шәбетдинова). Улар Хәкимйән Зариповтың «Эх, кәләше лә, кәләше!» музыкаль комедияһын сәхнәләштереп, 16 коллектив араһында лауреат исеменә лайыҡ булды. Афарин!