Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
9 Декабрь 2019, 23:35

Ҡыш бабайҙар, Ҡарһылыуҙар, төрлө әкиәт геройҙары парады, йыр-бейеү, хатта Ҡыш бабайҙар батлы ла буласаҡ. Сағыу тамашанан ситтә ҡалмағыҙ.

Иртәгә, 10 декабрҙә, нефтекамаларҙы “Яңы йыл шыршыһының уттарын ҡабыҙабыҙ!” тип исемләнгән Яңы йыл шыршыһын асыу тантанаһы саҡыралар

Сара 18.00 сәғәттә башлана.
Быйыл Нефтекама ҡалаһында ҙур сәхнә алдындағы майҙанға пиксель шыршы ҡуйылды. Пиксель шыршыһында яҡтылыҡ диодтары яна-һүнә, һүрәттәр барлыҡҡа килә. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, шыршы-ҡупшыҡай төрлө төҫтәрҙә балҡып ултыра.
Бигерәк тә балаларҙың ҡыуанысы ҙур: улар күмәкләшеп фотоға төшә,ә үтеп барған һәр кем иһә туҡтап һоҡланып ҡарап тора.
Әйткәндәй, быға ҡәҙәр республикала ундай шыршылар бөтөнләй булмаған. Быйыл иһә уны 8 ҡалала - Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа, Салауатта, Ишембайҙа, Нефтекамала, Күмертауҙа, Ағиҙелдә күрергә була.
Читайте нас: