Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
16 Декабрь 2019, 01:05

2020 ЙЫЛ БАШҠОРТОСТАНДА БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫ ТИП ИҒЛАН ИТЕЛДЕ

Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының инициативаһын хупланы.

Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзалары менән осрашты. Сарала шулай уҡ район-ҡала ҡоролтайҙары рәйестәре лә булды. Әңгәмәнең төп темаһы итеп башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү һайланды.
Әйткәндәй, урындағы ҡоролтайҙар етәкселәре стратегик сессияла 300-ҙән ашыу идея индерҙе.
Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2020 йылды Башҡорт теле йылы итергә тәҡдим яһаны. Радий Фәрит улы был инициативаны хупланы.
Осрашыуҙа шулай уҡ "Башҡорт теле аҙнаһы" эстафетаһын үткәреү, туған телдә мәктәпкәсә белем биреү, ауыл театрҙарын үҫтереү, ойошманың эшенә йәштәрҙе йәлеп итеү, район-ҡала ҡоролтайҙары менән эшләү һәм уларға ярҙам итеү һорауҙары ҡаралды.
Республика етәксеһе шулай уҡ тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов тәҡдим иткән Башҡорт ырыуҙары парадын үткәреү идеяһын да хупланы. Шулай уҡ Радий Хәбиров төбәктә милли көрәште артабан да үҫтереү кәрәклегенә баҫым яһаны.
Фото: glavarb.ru
Айбулат ИШНАЗАРОВ
Сығанаҡ https://amanat.rbsmi.ru
Читайте нас: