Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
16 Декабрь 2019, 17:45

Район ҡоролтайҙары етәкселәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары командаларға берләшеп, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләне

Краснокама районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Земфира Сәғитова Өфөлә Башҡортостан Республикаһы райондары һәм ҡалалары башҡорттары ҡоролтайзары етәкселәре өсөн стратегик сессияла, башҡорт теле көнөнә арналған берҙәм дәрестә, Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа ҡатнашты.

14 декабрҙә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназияһы уҡытыусыһы Лилиә Әминева, "Тамыр" телеканалы журналисы Ләйсән Мәзитова, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Шәһит Хамматов башҡорт теленән дәрес бирҙе.
Ошо уҡ көндө Радий Хәбиров менән осрашыу үтте.
Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының инициативаһын хупланы. 2020 йыл Башҡортостанда башҡорт теле йылы тип иғлан ителде.
Читайте нас: