Ҡурай
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
17 Декабрь 2019, 21:50

МАНДАРИН ҠАБЫҒЫН ТАШЛАМАҒЫҘ

Яңы йыл етеүгә лә күп ҡалманы, тимәк, мандарин миҙгеле башлана.

Мандарин ҡабығының файҙаһы тураһында беләһегеҙме?
Беренсенән, уны киптереп, онтап, сәйгә ҡушырға йәки үҙен сәй итеп эсергә мөмкин. Тәмле, хуш еҫле эсемлек кенә түгел, ә вирус, инфекция менән сирләүселәргә, һыуыҡ тейеп ауырыусыларға килешә, иҫкәртеүсе сара ла булып тора.
Был сәй шулай уҡ аппетитты күтәрә, даими эскәндә диабет менән сирләүселәрҙең шәкәрен кәметә, аш һеңдереү системаһын көйләй. Иммунитетты нығыта. Мандарин ҡабығындағы эфир майҙары баш ауыртыуҙан, стрестан дауа.
Икенсенән, ҡабыҡтан эшләнгән оно кулинарияла ла уңышлы ҡулланыла. Аш-һыу бешергәндә бик яҡшы тәмләткес тә була ала.
Мандарин ҡабығы онтағын косметик сара итеп тә ҡулланырға була. Ваҡ ҡына туралған ҡабыҡҡа һыуыҡ һыу ҡойоп, бер тәүлек төнәтеп, һөҙәбеҙ. Битте таҙартыу өсөн яҡшы лосьон килеп сыға. Шулай уҡ һыуҙы туңдырып та ҡулланырға мөмкин. Ул битте таҙарта, файҙалы матдәләр менән туйындыра.
Тағы ул кейем-һалымды көйә күбәләгенән һаҡлау сараһы булараҡ та билдәле. Бының өсөн кипкән ҡабыҡты шкафҡа һалып ҡуйырға кәрәк.
Өй гөлдәренә төнәтмәһен һибеп тороу бик килешә, уның еҫе төрлө ҡоротҡостарҙы ҡурҡыта. Быяла һауытҡа кипкән ҡабыҡтарын һалып ҡуйһағыҙ, өйҙәге һауа таҙара, хуш еҫ менән тулылана.
Читайте нас: