Ҡурай
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
23 Декабрь 2019, 16:40

Ағиҙелдә башҡорттар ҡоролтайы Башҡарма комитетының ултырышы үтте

Ағиҙелдә башҡорттар ҡоролтайы Башҡарма комитетының ултырышы үтте

Көн тәртибенең, ойоштороу эштәренән башҡа, иң мөһим мәсьәләләренең береһе булып 13 декабрҙә Өфөлә Башҡорт теле көнө сиктәрендә уҙғарылған ҡала округтары һәм муниципаль райондар ҡоролтайҙары рәйестәренең статегик сессияһында эшкәртелгән тәҡдимдәр буйынса фекер алышыу торҙо.
Стратегик сессияның һөҙөмтәләре буйынса Ағиҙел ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлфиә Денисламова сығыш яһаны. Фекер алышыу барышында ҡоролтай ағзалары сессияла Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбировтың мөрәжәғәтнамәһе тезистары буйынса эшкәртелгән тәҡдимдәрҙең Ағиҙел ҡалаһы шарттарына ярашлыларын, уларҙың мөһим һәм актуаль булғандарын билдәләп үттеләр.
Гөлфия Денисламова шулай уҡ Башҡарма комитеттың 2019 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Башҡарма комитеттың ағымдағы эшмәкәрлегенең әһәмиәтле мәсьәләләре буйынса Гөлдәр Шәрипова, Шәфҡәт Биксаев, Гөлнара Ғәлиева һәм Сәкинә Мулләхмәтова үҙ фекерҙәрен белдерҙе.
Ултырышта Башҡарма комитеттың 2020 йылға эш планы ҡаралды. Киләһе йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерләнеү буйынса тәҡдимдәр яңғыраны. Алдағы йыл планының иң төп пункты булып ҡалала туған телде үҫтереү, башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен популярлаштырыу мәсьәләлренә ҡағылышлы тематик стратегик сессия форматында эш сараһы үткәреү тора.
Читайте нас: