Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
12 Ғинуар 2020, 22:05

Һәр бала үҙ бәхете менән тыуа

Башҡортостанда дәүләт ярҙамына балаһы тыуған һәр ғаилә иҫәп тота ала. Граждандарҙың ҡайһы бер категориялары – күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, яңғыҙ әсәләр, инвалид бала тәрбиәләгән кешеләр өҫтәмә финанс ярҙамына эйә.

Тәүге сабыйы тыуған ғаиләләр ҙә дәүләт ярҙамынан файҙалана. Бер тапҡыр түләнгән пособие күләме - 20101,69 һум. Уны ата-әсәләрҙең ҡайһыһына булһа ла эш урынынан түләйҙәр. Әгәр ҙә эшләмәйһегеҙ икән, документтарығыҙҙы йәшәү урыны буйынса республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалына илтегеҙ. Яҡындағы күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә лә мөмкин. Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла тәғәйенләү башҡарыла.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Автор: Дина Арсланова
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/r-bala--b-hete-men-n-tiua-69157/
Читайте нас: