Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
15 Ғинуар 2020, 23:55

Мәктәптә ашау буш буласаҡ!

“Ярлы ғаиләләрҙә йәшәгән балалар үҙҙәрен башҡаларҙан кәм тоймаҫҡа тейеш. 1 кластан 4-сегә тиклемге мәктәп уҡыусылары бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителәсәк”, - тине Владимир Путин.

Владимир Путиндың бөгөнгө Федераль Йыйылышҡа иғлан ителгән Мөрәжәғәтнамәһе яҡшы яңылыҡтар менән ҡыуандырыуын дауам итә. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ул демографияға, балалы ғаиләләргә ярҙамға ҡағыла.
Шулай итеп, балалы ғаиләләргә ҡағылышлы тағы бер яҡшы яңылыҡ: башланғыс кластарҙа уҡыған балалар өсөн ашау бушлай буласаҡ. Был бөтәһенә лә ҡағыласаҡ.
“Ярлы ғаиләләрҙә йәшәгән балалар үҙҙәрен башҡаларҙан кәм тоймаҫҡа тейеш. 1 кластан 4-сегә тиклемге мәктәп уҡыусылары бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителәсәк”, - тине Владимир Путин.
Быны тормошҡа ашырыу өсөн федераль, төбәк һәм урындағы бюджеттар йәлеп ителәсәк.
“Мәсьәлә аҡсала ғына түгел. Мәктәптәрҙә ашхана һәм буфеттарҙы ҡорамалландырыу, тәьминәт системаһын яйға һалыу, сифатлы тауарҙар менән ашатыу мөһим, – тине Владимир Путин. – Советтар союзы осоронда ла бындай нәмә булманы. Был ҡарар бик ауыр ҡабул ителде, бәхәстәр һәм дискуссиялар күп булды”.
Владимир Владимирович белдереүенсә, ҡарарҙы индереүгә әҙер мәктәптәрҙә яңылыҡ 2020 йылдың 1 сентябренән ғәмәлгә инә. Башҡалар 2023 йылдың 1 сентябренән да һуңға ҡалмаҫҡа тейеш.
Автор: Альфия Мингалиева
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/M-kt-pt-ashau-bush-bulasa-77116/
Читайте нас: