Ҡурай
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
16 Ғинуар 2020, 00:30

Путин "Әсәлек капиталы"на бәйле иҫ китмәле яңылыҡ әйтте!

“Әсәлек капиталы” беренсе балаға ла бирелә башлаясаҡ! Уның күләме индексациянан һуң быйыл 466 мең тәшкил итә.

Әлеге ваҡытта Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай. Ул сығышын ил өсөн иң мөһим проблема менән башланы. Был – демография. Ғаиләләр өсөн бик күп һәм яҡшы яңылыҡтар әйтелде. Шулай итеп хәҙер “Әсәлек капиталы” беренсе балаға ла бирелә башлаясаҡ! Уның күләме индексациянан һуң быйыл 466 мең тәшкил итә. Бына исмаһам яңылыҡ!
Ә бына икенсе балаһы тыуған ғаиләләр өсөн “әсәлек капиталы” күләме арта. Ул 616 мең 617 һум тәшкил итәсәк. Өсөнсө бала тапҡандар ҙа мәхрүм ҡалмаясаҡ: бындай ғаиләнең ипотекаһының 450 мең һумы ҡапланасаҡ. Күренеүенсә, балалы ғаиләләр өсөн бик ҙур ярҙам саралары күрелде.
Автор: Альфия Мингалиева
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Putin--s-lek-kapitali-na-b-yle-i-kitm-le-ya-ili--ytte-76907/
Читайте нас: