Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
21 Ғинуар 2020, 00:27

2020 ЙЫЛДА КЕМДӘР ДИСПАНСЕРЛАШТЫРЫУ ҮТӘ?

Быны белеү өсөн ябай ғына формуланы хәтерҙә һаҡлау ҙа етә: әгәр йәшегеҙҙе ҡалдыҡһыҙ өскә бүлеп булһа, һеҙ быйыл диспансерлаштырыу үтәһегеҙ.

Был иҫәпләү 18 йәштән алып 40 йәштәгеләргә тиклем актуаль. 40 йәштән һуң был процедураны, сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, йыл һайын үтергә мөмкин.
Диспансерлаштырыу ике этапта уҙа. Башта медицина профилактикаһы кабинетында теркәлеү үтергә кәрәк, унда кәүҙә ауырлығы, буй, ҡан баҫымы тураһында мәғлүмәттәр менән анкета тултырыла, хәүеф факторҙары асыҡлана.
Артабан тикшеренеүҙәр үткәреләсәк кабинеттар күрһәтелгән маршрут ҡағыҙы бирелә. Һөҙөмтәләрҙе алғандан һуң табип, кәрәк булһа, өҫтәмә тикшеренеү үтеү өсөн тар белгестәргә юллама бирә. Был – диспансерлаштырыуҙың икенсе этабы.
Тикшеренеүҙәр йомғаҡтары буйынса табип пациент ингән сәләмәтлек төркөмөн билдәләй.
Өс сәләмәтлек төркөмө бар:
беренсеһе – кеше сәләмәт, унда ауырыу билдәләре, киләсәктә патологияның үҫеше өсөн хәүеф факторҙары юҡ;
икенсеһе – тикшереү барышында йөрәк, ҡан тамырҙары ауырыуҙары, шәкәр диабеты барлыҡҡа килеү хәүефе асыҡланһа;
өсөнсөһө – аныҡ ауырыуҙар билдәләнһә, кеше тар белгестәрҙә диспансер иҫәбенә ҡуйыуға, медицина ярҙамы күрһәтеүгә мохтаж.
Диспансерлаштырыу һеҙ беркетелгән поликлиникала үткәрелә.
Хеҙмәт кодексы буйынса хеҙмәткәргә диспансерлаштырыу үтеү өсөн түләүле ял ике осраҡта бирелә:
өс йылға бер тапҡыр үтеүселәргә бер көн – барыһы өсөн дә;
йыл һайын ике көн – пенсия йәшенә етеп килеүселәр һәм пенсионерҙар өсөн.
- Диспансерлаштырыу уҙыу өсөн һеҙгә уңайлы ваҡытта үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы регистратураһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Үҙегеҙ менән паспорт һәм страховка полисын алырға онотмағыҙ.
Фото: gorodz.info
Читайте нас: