Ҡурай
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
21 Ғинуар 2020, 10:55

Әлегә Өфөлә – ике, Нефтекамала - бер

«Минең эшҡыуарлыҡ» үҙәктәре бөтә төбәктәрҙә лә буласаҡ

2024 йылға тиклем республиканың барлыҡ райондарында һәм ҡалаларында ла «Минең эшҡыуарлыҡ» бизнесҡа ярҙам үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк. Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Римма Бойцова ошо хаҡта Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә хәбәр итте.
«Былтыр Өфөлә – ике, Нефтекамала бер үҙәк асылды. 2024 йылда һәр төбәктә ошондай үҙәктәр асыу планлаштырылған. Әле мобиль офистар райондарға сыға, бөгөнгә 52 мунципалитет консультация менән тәьмин ителгән», – тине ул.
Әйткәндәй, былтыр 38 районда бизнес-шериф вазифаһы барлыҡҡа килгән, 29-ында был бурыс бүтәндәргә йөкмәтелгән.
Ведомство етәксеһе шулай уҡ «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам» милли проектын тормошҡа ашырыуға 896 миллион һум аҡса йүнәлтелеүен билдәләне. Уның һүҙҙәре буйынса, дөйөм алғанда, эшҡыуарлыҡҡа уҙған йылда 1,2 миллиард һум аҡса бүленгән.
Был аҡса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә уңайлы шарттар булдырыу, яңы тармаҡтар үҫешенә, төбәк предприятиеларына яңы сауҙа урындарына, шул иҫәптән сит ил баҙарҙарына сығыуға, льготалы финанслауға бүленгән.
Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: