Һуғанды ваҡ ҡырғыстан үткәреп, һутын һығырға. Ҙур булмаған бер киҫәк балауыҙҙы иретеп, ике ҡалаҡ һуған һуты һәм бер ҡалаҡ бал ҡушырға. Яҡшы итеп бутап, йылы килеш биткә һөртөргә.
15 – 20 минуттан һуң мамыҡты һыулап йәки үлән төнәтмәһенә манып алып, битлекте һөртөп алырға.
Бындай битлекте өс айға бер тапҡыр 10 – 12-шәр тапҡыр эшләргә. Тире майлы булғанда, битлеккә – йомортҡаның ағын, ҡоро булғанда һарыһын ҡушырға ярай.
Битлек күҙҙе әсетмәһен өсөн уларҙы ромашка төнәтмәһенә йә ҡаты сәйгә манып алынған мамыҡ менән ҡапларға мөмкин.
фото/яндекс