Ҡурай
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
22 Ғинуар 2020, 14:10
Снюстар буйынса "ҡыҙыу элемтә" асылды
2020 йылдың 20 ғинуарынан тартмай торған никотинлы продукция буйынса "Роспотребнадзор"ҙың бөтә Рәсәй "ҡыҙыу линияһы" асылды.
Башҡортостан Республикаһы буйынса "Роспотребнадзор" идараһы белгестәре һәм Башҡортостан Республикаһында гигиена һәм эпидемиология үҙәге эксперттары 2020 йылдың 20 ғинуарынан 3 февраленә тиклем тартмай торған никотинлы продукция (снюстар) һәм уларҙы ҡулланыу ҡурҡынысы тураһында граждандарға аңлатмалар бирәсәк.
Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә, әлеге матдәләрҙә никотин, тәмәке продукцияһы нормативы менән сағыштырғанда, рөхсәт ителгән миҡдарҙан 20-30 тапҡыр артып киткән концентрацияларҙа табылыуы һәм уны ҡулланыу бер юлы 20-30 тәмәке тартыуға тиң булыуы билдәләнгән.
Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы эш ваҡытында түбәндәге телефондар буйынса бирергә мөмкин:
"Роспотребнадзор"ҙың берҙәм консультация үҙәге:
8-800-555-49-43
(9.00-12.00 һәм 13.00-18.00 сәғәттәрҙә - шылтыратыу бушлай);
Башҡортостан Республикаһы буйынса "Роспотребнадзор" идаралығы белгестәре -
8-800-700-90-30
(10.00-16.00 сәғәттәрҙә, төшкө ял 12.00-12.45, шылтыратыу бушлай);
Башҡортостан Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса консультация үҙәге:
7 (347) 273-13-33.
Эш ваҡыты: дүшәмбе-йома 9.30-17.00 сәғәттәрҙә, төшкө ял - 13.00-13.30, (шылтыратыу бушлай).
Автор: Самат Ғәлин
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Snyustar-buyinsa--i-iu-elemt--asildi-86853/
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?