Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
23 Ғинуар 2020, 18:30

Иҫәп алыу талисманына конкурс

2020 йылдың 14 ғинуарынан Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2020 талисманын булдырыуға конкурс башланды. Статистиканың төп ваҡиғаһы символын төҙөүҙә 18 йәше тулған һәр Рәсәй гражданины ҡатнаша ала.

Талисман Росстаттың баҫма, мәғлүмәт, реклама һәм башҡа продукцияһында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә һәм 2020 йылдың иҫәп алыу сайтында урын аласаҡ. Конкурс еңеүсеһенә 60 мең һумлыҡ премия тапшырыласаҡ.
Конкурсҡа ебәреү өсөн Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2020 компанияһының https://www.strana2020.ru/ рәсми сайтында теркәлергә һәм Инстаграм аккаунтында урнаштырылған эшегеҙҙең ссылкаһын ҡуярға кәрәк. Унда @strana2020 ссылкаһын билдәләргә һәм #талисман__перепись хэштегын ҡуярға кәрәк. Инстаграмда аккаунт асыҡ булырға тейеш!
Конкурс ике этапта уҙасаҡ – иҫәп алыу сайтында асыҡ тауыш биреү һәм икенсеһе 0 жюриның тауыш биреүе. Эштәрҙе ҡабул итеү 2020 йылдың 10 февраленда мәскәү ваҡыты менән 12.00 сәғәттә тамамланасаҡ. Конкурс тураһындағы яңылыҡтар Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу – 2020 рәсми сайтының https://www.strana2020.ru/contest/talisman; В контакте https://vk.com/strana2020; Фейсбук https://www.facebook.com/strana2020; Oдноклассники https://ok.ru/strana2020 сайттарында урнаштырылған. Инстаграм https://www.instagram.com/strana2020/.
«Башкортостанстат».
Читайте нас: