Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
24 Ғинуар 2020, 10:35

Башҡортостанда бизнес-шерифтар эшкә тотондо

Уларҙың төп бурысы – эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлек итеү һәм уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова Өфө, Ауырғазы, Мишкә, Әлшәй, Дүртөйлө, Архангел, Шишмә, Нуриман райондарының һәм Октябрьский ҡалаһының бизнес-шерифтары менән осрашты. Сарала үткән йылға йомғаҡ яһап, алдағы йылдарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын арттырыу, уларға ярҙам итеү буйынса эш планы ҡаралды.
Осрашыуҙа Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марина Пинчук та ҡатнашты. Ул Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары реестрының нисек формалашыуы тураһында ентекләп аңлатты.
Реестрҙағы бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары тураһындағы мәғлүмәт, эшселәр һаны һәм алынған килем хаҡындағы отчет күрһәткестәренән сығып, йыл һайын яңыртыла. Мәҫәлән, һалым түләүсенең уҙған йыл өсөн 2020 йылдың 1 июленә тиклем биргән отчетынан сығып, 10 авгусҡа Реестрҙағы мәғлүмәттәр яңыра. 2020 йылдың 1 июленә тиклем отчет бирмәгән йә һуңлатып тапшырған эшҡыуар Реестрҙа үҙен күрмәйәсәк. Шуға ла һалым отчеттарын ваҡытында тапшырыу мотлаҡ талаптарҙың береһе булып тора.
Былтыр республикала бизнес-шерифтар институты формалашты. Хәҙер һәр муниципаль район хакимиәте башлыҡтарының эшҡыуарҙарға ярҙам буйынса урынбаҫарҙары барлыҡҡа килде. Уларҙың төп бурысы – эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлек итеү һәм уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау.
Төбәктә бизнес-шерифтарҙың барлыҡҡа килеүе - ил Президенты Владимир Путидың май указын үтәү маҡсатында ҡабул ителгән «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү» милли проектын бойомға ашырыу йүнәлешендә республикала күрелгән сараларҙың береһе.
Үҙегеҙҙең муниципалитеттағы бизнес-шериф тураһында мәғлүмәт алырға теләһәгеҙ https://biznestur.bashkortostan.ru/documents/other/251415/
һылтанмаһына инеп таныша алаһығыҙ.
Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите.
Фото: Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты.
Читайте нас: