Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
24 Ғинуар 2020, 00:10

Иншалар конкурсында ҡатнашығыҙ

РФ Мәғариф министрлығы мәғариф өлкәһендәге башҡарма власть органдары менән берлектә, 2020 йылды Хәтер һәм дан йылы тип иғлан итеү айҡанлы, мәктәп уҡыусылары араһында иң яҡшы инша яҙыуға «Без срока давности» Бөтә Рәсәй иншалар конкурсын үткәрә.

Унда 5-11 синыф уҡыусылары ҡатнаша ала. Ижади эштәрҙә үҙегеҙҙең субъектта, районда, ауылда Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары, мемориал, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған музей тарихы, һеҙҙең ғаиләлә һуғыштың сағылыш табыуы, яугирҙәр, тыл ҡаһармандары тураһында яҙырға мөмкин. Бәйге ике этапта үткәрелә. Федераль этапта еңгән һигеҙ еңеүсе 9 майҙа Ҡыҙыл майҙанда үтәсәк парадҡа саҡырыласаҡ.
Иншалар конкурсы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте http://vks.edu.ru// сайтында табырға мөмкин.
Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
Сығанаҡ https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Inshalar-konkursinda-atnashi-i-90217/
Читайте нас: