Ҡурай
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
25 Ғинуар 2020, 14:05

1 ғинуарҙан электрон хеҙмәт кенәгәләре тураһында закон көсөнә инде

Эш биреүсе 2020 йылдың 1 июленә тиклем яҙма рәүештә һәр хеҙмәткәргә һайлау мөмкинлеге - ҡағыҙ хеҙмәт кенәгәһендә ҡалыу йәиһә тулыһынса электрон хеҙмәт кенәгәһенә күсеү тураһында хәбәр итергә тейеш. Был турала 31 декабргә тиклем уйларға кәрәк.

Әгәр кадрҙар бүлегендә хеҙмәт кенәгәһенең ҡағыҙ версияһын да һаҡларға теләһәгеҙ (электрон хеҙмәт кенәгәһе мотлаҡ алып барыласаҡ), йыл аҙағына тиклем эш биреүсе исеменә ғариза яҙырға кәрәк, юғиһә документ һеҙгә ҡайтарып биреләсәк. Ә 2021 йылдан эшләй башлаусылар тик электрон хеҙмәт кенәгәһенән генә файҙаланасаҡ.
Кәрәк булғанда электрон хеҙмәт кенәгәһенән мәғлүмәттәрҙе ҡағыҙға яҙып та алырға мөмкин буласаҡ. Уны әлеге йәки элекке эш биреүсе (һуңғыэш урыны буйынса) , шулай уҡ Пенсия фонды идаралығы йәки күп функциялы үҙәк тә бирә ала.
Хәҙер эш биреүселәр Һеҙҙең хеҙмәт эшмәкәрлегегеҙ тураһында Пенсия фондына ла электрон тәртиптә мәғлүмәт тапшырырға бурыслы. Тәүге мәғлүмәттәр 2020 йылдың 15 февраленән дә һуңламай, ә артабан – хеҙмәткәрҙең хеҙмәт эшмәкәрлегендәге үҙгәрештәргә бәйле (икенсе вазифаға күсереү, эштән китеү) тапшырылырға тейеш. Әгәр бер ниндәй ҙә үҙгәреш булмаһа, ай һайын мәғлүмәт биреү талап ителмәй.
фото/Pixabay
Читайте нас: