Бурандарҙан һуң, еләк-емеш ағастарының ботаҡтарындағы ҡарҙы ваҡытында ҡағып төшөрөргә кәрәк.
Ауыр ҡарҙы күтәрә алмайынса, уларҙың һыныу ҡурҡынысы бар. Көн йылытып, туңдырғандан һуң, ул боҙлана, ағастарҙы өшөтөргә мөмкин.
Әгәр еүеш ҡар яуып, ботаҡтар боҙланып ҡатһа, теймәй тороғоҙ. Боҙҙо көн аҙыраҡ йылытҡас ҡына ҡағып төшөрөп була.
Фото: goodfon.ru