Ҡурай
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
2 Февраль 2020, 21:15

Ваҡыт етә: сәсергә һуңламағыҙ

Йәшелсә орлоҡтарын ай календарындағы уңайлы көндәрҙә сәсеү отошло, уңышы мул буласаҡ.

Сәсеү срогын асыҡ­лағанда, үҫентеләрҙең ҡайҙа үҫтереләсәген (асыҡ тупраҡта, теплицала), культураның сор­тына ҡарап, тиртеп сыҡҡан көндән алып уңыш бирә башлағансы күпме ваҡыт кәрәк булыуын иҫәпләп сығара оҫта баҡсасылар. Быйылғы яҙғы сәсеү өсөн уңышлы көндәр менән таныштырып үтәбеҙ.

Вегетация срогы 140-150 көнлөк һуң өлгөрөшлө томатты быйыл 19-20, 25, 28-29 февралдә сәсергә ярай. Уртаса өлгөрөшлөләрен – 5-6, 12-18 мартта, иртә өлгөрөшлөләрен - 22-дә, 27-28-дә. Орлоҡтарҙы поролон эсендәге дымлы тупраҡҡа сәсергә кәрәк. Үҫентеләрҙе тәүлегенә 12-шәр сәғәт фитолампа менән яҡтыртыу мотлаҡ. Ике ысын япрағы сыҡҡас, берәмләп күсереп ултыртырға кәрәк. Майҙың 4-5, 11-12-се көндәрендә – теплицаға, ҡырауҙар ҡурҡынысы бөткәс, июндең 12-13-дә асыҡ грунтҡа күсерергә кәрәк.

Баклажандың һуң өлгөрөшлө ­сорттарын – февралдең 12-15-дә, 19-20-дә, уртаса өлгө­рөш­лөләрен – 25, 28-дә, "Алмас" кеүек иртә өлгөрөшлөләрен 1, 4-6, 11-14 мартта айырым һауыттарға сәсеү талап ителә. Теплицаға – майҙың 14-17-дә, асыҡ грунтҡа 11-14 июндә күсерергә кәрәк. Һуң өлгөрөшлө баллы, әсе боросто – 12-13 февралдә, уртаса өлгөрөшлөһөн 16-20-һе сәсергә, фитолампа аҫтында үҫтерер­гә кәңәш ителә. Иртә өлгөрөшлөһөн 11-18 мартта сәсергә ярай. Боросто айырым стакандарға сәсеү отошло. 9-11 майҙа теплицаға күсереп ултыртырға кәрәк. Асыҡ грунтҡа - 12-13 июндә.

Ҡыярҙы теплицала үҫтереү өсөн үҙ-үҙен һеркәләндерә торған сорттарҙы – апрелдең 10, 13-14-дә, асыҡ грунтта пленка аҫтында үҫтереү өсөн 25-28 апрелдә айырым һауыттарға сәсәбеҙ. Өс-дүрт ысын япрағы формалашҡас, түтәлгә ултыртабыҙ.

Сельдерейҙы, Брюссель кәбеҫтәһен 12-15 февралдә сәсәбеҙ. 80 көндән, 12-18 июндә, асыҡ грунтҡа ултыртыла. Брокколи, кольрабины марттың 11-18, 27-28-дә ваҡ секциялы махсус һауыттарға сәсәбеҙ, 40-45 көнлөк булғас, түтәлгә күсерелә. Тамырланып киткәнсе, өҫтәренә төбө киҫелгән, ауыҙы асыҡ биш литрлыҡ һыу һауыттары ҡап­лап торабыҙ.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Самат Ғәлин
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/ba-sa/Va-it-et--s-serg--u-lama-i-103441/
Читайте нас: