Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
3 Февраль 2020, 15:10

Фатирығыҙҙың стенаһы күгәрәме?

Фатирҙа дымлылыҡ юғары булыу, йылылыҡ етмәүҙән стеналарҙың күгәрә башлауы мөмкин. Ул сәләмәтлек өсөн дә зыянлы, шуға ла тиҙерәк бөтөрөү сараһын күрергә кәрәк.

Бының өсөн бер литр һыуға дүрт-биш төймә фурацилин һалып иретәбеҙ. Күгәргән урындарҙы ышҡып йыуырға һәм киптерергә. Ул ҙурайған икән, бер стакан һыуға дүрт-биш төймә фурацилин һалып, көслөрәк иретмә әҙерләү мөһим. Стенаны алдан яҡшылап йыуырға һәм пульверизатор менән һиптереп, кипкәнен көтөргә кәрәк.
Өс айҙан был процедураны ҡабатлау мотлаҡ.
Фото: mainavi.ru
Автор: Венер Исхаҡов
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Fatiri-i-i-stena-i-k-g-r-me-103684/
Читайте нас: