Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
4 Февраль 2020, 23:10

Кисектерә торған сир түгел

4 февраль Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнө билдәләнә

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, илдә бер нисә миллионға яҡын кешегә рак диагнозы ҡуйылған. Был ауырыу үлемгә килтергән сәбәптәр араһында икенсе урында тора. Табиптар әйтеүенсә, ир-егеттәрҙә үпкә, ашҡаҙан, ҡатын-ҡыҙҙарҙа күкрәк яман шеше йышыраҡ теркәлә.
Был яман ауырыу барлыҡҡа килеүгә нимә булышлыҡ итә һуң?
Дөрөҫ туҡланмау төп сәбәп булып тора, икенсеһе - тәмәке тартыу. Яман шеш барлыҡҡа килеүенә тәмәке төтөнөндәге канцерогендар ғына түгел, никотин да йоғонто яһай. Насар ғәҙәттән арынғанда, ирен, тел, бауыр һәм башҡа органдарҙың яман шеше барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы кәмей.
Алкоголь ҡулланмаһағыҙ бауыр, ҡыҙыл үңәс, ауыҙ ҡыуышлығы, тамаҡ, аш һеңдереү трактының башҡа ағзалары яман шеше хәүефен кәметерһегеҙ.
ВИЧ-лы пациенттарҙа был ауырыуҙың барлыҡҡа килеү мөмкинлеге бик күп тапҡырҙарға арта.
Тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы ла организм өсөн эҙһеҙ үтмәй.
Хәҙерге ваҡытта кисерелгән стрестарҙы ла яман шеш ауырыуына килтереүсе сәбәптәрҙең береһе итеп ҡарайҙар. Татлы һәм ыҫланған ризыҡтар күп ҡулланырға ярамай. Колбаса, сосиска кеүек ит аҙыҡтарын майһыҙ иткә алмаштырыу эсәк рагы менән ауырыу осрағын - 20, газлы татлы һыу, составында рафинадланған шәкәр булған ризыҡтар ҡулланмау ашҡаҙан аҫты биҙе шешен 87 процентҡа кәметә. Артыҡ ауырлыҡ та сиргә этәреүсе сәбәп булып тора. Йәш артҡан һайын кеше организмындағы ДНК-ла мутациялар һаны күбәйә, уларҙың ҡайһы бер өлөшө яман шеште барлыҡҡа килтерә.
Организмдағы бәләкәй генә тайпылыштарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырырға түгел. Сөнки яман шеште «телһеҙ ауырыу» тип йөртәләр. Ул оҙаҡ ваҡыт үҙен һиҙҙертмәҫкә мөмкин, башланғыс осорҙа бигерәк тә.
Әлбиттә, яман шеш ул - фажиғә. Уға юлыҡмаҫ өсөн сәләмәт тормош рәүеше алып барырға, йәшелсә, еләк-емеш ашарға, иң мөһиме, ваҡытында табипҡа барып, тикшереү үтеп торорға кәңәш ителә. Һәр ваҡыт шат күңел менән йылмайып йөрөргә, оптимист булырға кәрәк.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауаханаға ауырыуҙар һуңлап мөрәжәғәт итә. Был осраҡта һауығыуға, әлбиттә, өмөт ҙур булмай. Үҙ һаулығығыҙға битараф булмағыҙ.
Фото lip2.ru
Читайте нас: