Ҡурай
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
4 Февраль 2020, 11:25

Коронавирус беҙҙә юҡ, әммә тынысланырға иртәрәк

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә бар донъяны көсөргәнештә тотҡан мәсьәлә – коронавирус темаһы ла күтәрелде. Мәғлүм булыуынса, 3 февралгә ҡарата республикала ҡурҡыныс сиргә тарыусылар теркәлмәгән. Был хаҡта төбәк башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

Уның әйтеүенсә, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы төбәк властарына ошоға бәйле бихисап күрһәтмәләр ебәргән, улар мотлаҡ үтәлергә тейеш. Республика биләмәһендә инфекция теркәлмәгән осраҡта ла, хәүефһеҙлек саралары күрелергә, хәл даими контролдә тотолорға тейеш.
– Был бәләне имен үткәрергә яҙһын. Беҙ барлыҡ эҙемтәләргә лә әҙербеҙ. Бигерәк тә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һиҙгерлек күрһәтергә тейеш, – тине Радий Фәрит улы.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, республикала коронавирусты төбәк биләмәһенә индермәү һәм таралыуына юл ҡуймау өсөн эпидемияға ҡаршы саралар комплексы күрелгән. Атап әйткәндә, “Өфө” аэропортында санитар-карантин контроль йәһәтенән өҫтәмә саралар индерелгән. Вирусҡа ҡаршы, дезинфекциялау препараттарының һәм шәхси хәүефһеҙлек сараларының запасы тупланған. Сиргә бәйле шикле хәл тыуһа, кисекмәҫтән кешене изоляциялау һәм уның менән аралашҡандарҙы медицина күҙәтеүе аҫтына алыу мәсьәләләре тикшерелгән. Шулай уҡ, коронавирусҡа бәйле ғәҙәттән тыш хәл тыуа ҡалһа, медицина хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге юлдары ла уйланылған.
Әйтергә кәрәк, 1 февралдән Рәсәй һәм Ҡытай авиакомпаниялары араһында пассажирҙар ташыған һәм коммерция рейстары туҡтатылған.
– Әгәр ҙә граждан Рәсәйҙән Ҡытайға осорға ниәтләне икән, үтә мөһим булмаған осраҡта, быны эшләмәүҙе үтенәбеҙ. Осоштан баш тартҡан осраҡта, Рәсәй авиакомпаниялары билет хаҡын ҡайтарасаҡ, – тине республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова коронавирусҡа бәйле хәлде республика өсөн ҙур сара – Фольклориада алдынан һынау тип атаны. Әйтергә кәрәк, халыҡ-ара сараға Башҡортостанға донъяның 83 иленән ҡунаҡтар көтөлә. Ленара Хәким ҡыҙы билдәләп үтеүенсә, коронавирусҡа ҡаршы вакцина булдырыуы ауыр, сөнки ул туҡтауһыҙ үҙгәрә, унан тыш, миҙгелгә бәйле киҫкен респиратор инфекциялар баш ҡалҡытыуы хәлгә тағы ла көсөргәнеш өҫтәй.
– Ҡала буйлап йөрөгәндә халыҡҡа хайран ҡалам: күпселек маскаһыҙ, йәмәғәт урындарында иркенләп йөрөй, инфекцияны уйлап та бирмәй. Мин барыһын да мәсьәләгә етдирәк ҡарарға һәм хәүефһеҙлек сараларын күрергә саҡырам. Эш биреүселәр иһә сирле кешеләрҙе эш урынында тотмаһын, дауаланыу өсөн ҡайтарып ебәрһен ине. Был да киҫкен респиратор инфекция таралыуын, дөйөм эпидемиологик хәлдең торошон билдәләйәсәк, – тине Ленара Хәким ҡыҙы.
Фото: s0.rbk.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Koronavirus-be--yu--mm-tinislanir-a-irt-r-k-104815/
Читайте нас: