Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
5 Февраль 2020, 18:13

Киҙеүҙән һаҡланыу өсөн лимон ашағыҙ!

Был цитрус емешенең кеше организмы өсөн файҙаһын, уның витаминдарға бай булыуын, иммунитетты күтәреүен барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Һалҡын тейгәндә, тымаулағанда лимонлы сәй эсеү генә лә хәлде еңеләйтеп ебәрә

Лимон гиповитаминоз, авитаминоз, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда, ревматизм, атеросклероз, ангина, юғары ҡан баҫымы кеүек сирҙәрҙән яҡшы дауа һанала. XI быуатта уҡ Әбүғәлисина йөрәк сирлеләргә, ауырлы ҡатындарға һәм һары ауырыуы йоҡторғанда лимон ашау файҙалы булыуын яҙып ҡалдырған.
Ҡышҡы йылытыу миҙгелендә бүлмәләрҙә һауа эҫе, ҡоро була. Уны аҙ ғына сафландырыу, дымлылыҡты арттырыу өсөн лимон ҡабығы һалып һыу ҡайнатығыҙ ҙа, аҙ ғына утта тотоп, бер аҙ быу сығарып алығыҙ. Әммә быны кискеһен, айырыуса йоҡлар алдынан эшләү кәңәш ителмәй, сөнки лимондан таралған эфир майҙары организмды ҡуҙғытып ебәрәсәк һәм йоҡларға ҡамасаулаясаҡ.
Читайте нас: