Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
6 Февраль 2020, 15:56

Краснокама районында урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы уңышлы эшләп килә

Яңы Нуғай ауыл биләмәһе был программала өсөнсө йыл ҡатнаша. Быйыл программа сиктәрендә Әшит ауылында зыярат ҡоймалары яңыртыласаҡ

Был биләмәгә ҡараған ауылдарҙа зыярат ҡоймаһы яңыртылған, мәктәпкә капиталь ремонт яһалған, тәҙрәләр алыштырылған.
Уҙған йылдың ноябрь айында йыйылышта биләмә халҡы Әшит ауылы зыяратын ҡоймаларға ҡарар итте.
Һәр хужалыҡтан 760 һум аҡса йыярға булғандар, һәм биш кешенән торған инициатив төркөм төҙөгәндәр.
Читайте нас: