Ҡурай
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
7 Февраль 2020, 19:40

РЕСПУБЛИКА РОСПОТРЕБНАДЗОРЫ ҠЫТАЙҒА ИНТЕРНЕТ-ЗАКАЗДАРҘАН ТЫЙЫЛЫП ТОРОРҒА САҠЫРА

Роспотребнадзор белгестәре әлегә сит илдәрҙән һатып алыуҙарҙы туҡтатып торорға кәңәш бирә,шулай ҙа посылкалар аша коронавирус эләктереү осраҡтары теркәлмәне тип хәбәр итә.

Бик тәүәккәлдәргә белгестәр түбәндәге кәңәштәр бирә. “Посылканың нимәгә төрөлөүенә ҡарағыҙ. Пластик төргәкте дезинфекциялаусы сара менән эшкәртеүе еңелерәк. Туҡымаға төрөлгән посылканы шунда уҡ юҡ итеү яҡшыраҡ. Минең фекер шундай: әлегә заказдар ебәреүҙән туҡталып торорға кәрәк”, - ти Роспотребнадзор идаралығының БР буйынса транспортҡа күҙәтеү һәм территорияның санитар һағы бүлеге етәксеһе Олег Мәүлетов. Коронавирус инфекцияһының инкубация осоро бер көндән 14 көнгә тиклем дауам итә, шунлыҡтан ауырыуҙың посылка килгәндән һуң бер нисә көн үткәс башланып китеүе ихтимал. Вирус түбән температураға бирешмәй. Белгестәр билдәләүенсә, гигиена ҡағиҙәләрен күҙәтергә, ә йәшелсәләрҙе һәм аҙыҡ-түлекте ҡайнар һыу менән йыуырға кәрәк. Уңайлы шарттарҙа вирустың бер нисә ай дауамында һаҡланыуы мөмкин.
“Башинформ”.
фото/Pixabay
Читайте нас: