Ҡурай
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
7 Февраль 2020, 12:15

Ҡуян моделле ауыл китапханаһында башҡорт әҙәбиәтенең классигы, азатлыҡ йырсыһы Шәйехзада Бабичҡа арналған әҙәби сәғәт үтте

Был сара "Туған һүҙгә 100 аҙым» проекты сиктәрендә үткәрелде

Ҡуян мәктәбе уҡыусылары Шәйехзада Бабичтың тормош юлы һәм ижады менән танышты.
Шәйехзада Бабич – башҡорт поэзияһында киң танылыу тапҡан талант эйәһе. Уның башҡорт лирик поэзияһын һәм сатираһын үҫтереүҙәге роле айырыуса ҙур.
Шәйехзада Бабич поэзияһының иң яҡшы үрнәктәре илебеҙ халыҡтары әҙәбиәтенең алтын фондына инде, ул татар поэзияһының үҫешенә лә көслө йоғонто яһаны. Ә XX быуат башындағы башҡорт әҙәбиәте тарихында Бабич иң күренекле шағир булып Мәжит Ғафури менән йәнәш төп урынды алды.
Читайте нас: