Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
8 Февраль 2020, 15:44

Башҡортостанда 167 мәктәп һәм 10 балалар баҡсаһы ябылған

Республикала ҡыш сирҙәре - киҙеү һәм ОРВИ ҡотора. Ошо сәбәпле 167 мәктәп һәм 10 балалар баҡсаһын карантинға ябылды тип хәбәр итә БР Мәғариф министрлығы.

Быға тиклем Өфө мәктәптәре уҡытыуҙы туҡтатты.
Ауырыусылар күп сәбәпле, Нефтекама ла карантин иғлан итте.
Йәмғеһе төбәк буйынса мәктәптәрҙә 157 класс һәм балалар баҡсаларының 24 төркөмө ябылған.
Карантин февралдең 10-нан 16-һына тиклем дауам итәсәк.
Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Сығанаҡ https://yeshlek.rbsmi.ru
Читайте нас: