Бөгөн мутлашыусылар тоҙағына пенсионерҙар ғына түгел, йәштәр ҙә эләгә.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте клиентҡа бер ҡасан да шылтыратмай! Әгәр ҙә бындай шылтыратыу килһә, хатта һеҙгә исем-шәрифтәрегеҙ менән мөрәжәғәт итһәләр ҙә һәм телефон номеры банктыҡына оҡшаған булһа ла, шунда уҡ һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ!
Шик-шөбһәләрегеҙҙе таратыу өсөн картағыҙ артындағы номер буйынса йәки үҙегеҙҙең банк бүлексәһенә шылтыратығыҙ. Бер ҡасан да һәм бер кемгә лә ПИН-кодығыҙҙы әйтмәгеҙ! Шулай уҡ таныш булмаған кешеләргә паспортығыҙҙы һәм башҡа шәхси мәғлүмәт бирмәгеҙ!
Бындай енәйәттәрҙе асыуы бик ауыр, сөнки алдаҡсылар алыҫтан, хатта сит илдән дә шылтыратырға мөмкин. Шуға ла хоҡуҡ һаҡсылары уяу булырға, мутлашыу осраҡтары тураһында атай-әсәйҙәрегеҙҙе, өлкән йәштәге туғандарығыҙҙы иҫкәртеүҙе һорай.
Мутлашыуҙың йыш осрай торған икенсе төрө – интернет аша һатыу-алыуҙар. Бында һатып алыусыларға ла һәм һатыусыларға ла хәүеф янай.
Элеккесә, енәйәт ҡылған йәки юл-транспорт ваҡиғаһына эләккән улығыҙға, ейәнегеҙгә ярҙам кәрәк тип шылтыратыуҙар, социаль селтәрҙәрҙә аккаунтығыҙҙы “ватып инеп”, финанс ярҙам һорауҙар мутлашыусыларға ҙур килем килтерә.