Ҡуян ауыл биләмәһе башлығы Валерий Сазыкин “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыуҙың маҡсаттарын асыҡланы.
Краснокама районы мари дини йәмғиәте башлығы Вячеслав Шәйҙуллин фин-уғыр халыҡтары динендә эскеселеккә булған ҡараш тураһында һөйләне.
"Ҡуян мәсете имам-хатибы Рәйес хәҙрәт ислам динендә иҫерткес эсемлектәр эсеүе бөтөнләй тыйыла", - тине.
Социаль-профилактик үҙәк етәксеһе Ләйсән Илалетдинова эскелек ҙур-ҙур аҙымдар менән таралһа ла, бөгөн, ҡыуанысҡа күрә, йәштәр спорт менән шөғөлләнә, белем алырға ынтылыуын әйтеп үтте.
Ҡуян урта мәктәбе директоры Илфриҙә Хәйҙәрова, “Сплав” үҫмерҙәр клубы етәксеһе Гөлназ Асарова үҫмерҙәр менән үткәрелгән эштәрҙе яҡтыртты.
Түңәрәк өҫтәл артында етди һөйләшеү барҙы, эскеселекте тыйыу юлдары асыҡланды, тәҡдимдәр индерелде.