Ҡурай
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
12 Февраль 2020, 16:01

Нефтекаманан Николо-Березовкаға велосипедта йөрөйәсәкбеҙме?

Нефтекама ҡалаһының Ижад йортонда велосипед маршруттарын проектлау тураһында һүҙ барҙы.

“Велосипедлаштырыу” проектын ойошторусы һәм Санкт-Петербургтың вице-губернаторы ҡаршындағы велосипед инфраструктураһын үҫтереү буйынса элекке йәмәғәт советнигы Дарья Табачникова хәҙерге ҡалаларға ни өсөн велосипедтар кәрәклеге тураһында һөйләне.
Европа-Азия һуҡмағын булдырыусы Антон Сазонов Башҡортостандың велосипед маршруттары һәм уларҙа Нефтекаманың ниндәй урын алырға мөмкинлеге тураһында сығыш яһаны. Башҡортостан ҡалалаларын үҫтереү институты вәкилдәре Нефтекаманың йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү стратегияһын тәҡдим итте һәм Николо-Березовканың кесе ҡалалар һәм тарихи биләмәләр конкурсында ҡатнашыуы тураһында һөйләне.
Тағы ла Нефтекама һәм Николо-Березовка араһындағы велосипед һуҡмағы концепцияһы тәҡдим ителде. Халыҡ проектты баһалай алһын һәм үҙгәрештәр индерһен өсөн, архитекторҙар башланғыс концепцияны тәҡдим итте. Нефтекамала велосипед маршруттары селтәрен проектлау буйынса күләмле «воркшоп» көндөң төп ваҡиғаһы булды.
Читайте нас: