Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
17 Февраль 2020, 11:55

Тәүге поезд Финляндияға китте

Ул тейешле станцияға өс көндә барып етә

«Газпром нефтехим Салауат» компанияһының продукцияһы тейәлгән тәүге тиҙләтелгән контейнер поезы Финляндияға юлланды. Составтағы 108 танк-контейнерға ингибирланған винилбензол тултырылған.
Бындай контейнерҙар тауарҙы алып барыу ваҡытын 1,5-2 тапҡырға кәметә. Һөҙөмтәлә, тиҙләтелгән поезд тейешле станцияға өс көндә барып етә.
Яңы тимер юлы сервисы, белгестәр әйтеүенсә, «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты талаптарына тулыһынса яуап бирә. Ул экспорт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән компаниялар өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. Бындай поездар сығымдарҙы кәметә, арзанға төшә., тимәк, ике яҡ өсөн дә отошло,
Киләсәктә химик йөктәрҙе бушатыу һәм артабан экспортҡа оҙатыу өсөн терминал селтәре үҫешкән Азов-Ҡара диңгеҙ бассейны йүнәлешенә лә ошондай тиҙ йөрөшлө поездар ебәреү күҙаллана.
Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите
Фото: Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты.
Читайте нас: