Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарға бәйле көнүҙәк мәсьәләне хәл итеү һәм төбәк операторҙары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек буйынса видеоконференция режимында кәңәшмә уҙҙы. Сарала Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров һәм Премьер-министр урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев ҡатнашты.
Район хакимиәте башлыҡтары һәм төбәк операторҙары ҡатнашлығында уҙған был ултырышта көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыуға түләүҙәр буйынса аңлашылмаусанлыҡтар, сүп-сарҙың ваҡытында сығарылмауы, контейнер майҙансыҡтарына юлдарҙың булмауы тураһында һүҙ барҙы.
Контейнер майҙансыҡтарын инвентаризациялау һәм яңынан күсереп теркәү буйынса эш тамамланған. Әлеге ваҡытта ойошмаларҙың майҙансыҡтарын инвентаризациялау, улар менән операторҙар араһында килешеүҙәр төҙөү эше алып барыла. Төбәк операторҙары ҡалдыҡтарҙы сығарыу маршрутын төҙөгән. Был аҙнанан майҙансыҡтарҙан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙы фототеркәү системаһын һынап ҡарау башлана.
Андрей Назаровбелдереүе буйынса, «RM: Контейнер майҙансыҡтары» системаһы эше 16 марттан старт алырға тейеш.
Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу өсөн контейнер майҙансыҡтары проектын тәҡдим итте. Эксперттар фекеренсә, ҡапҡаслы пластик евроконтейнерҙар заманса, уңайлы һәм экология талаптарына яуап бирә.
«Иҫке тимер контейнерҙарҙан баш тартырға ваҡыт, улар ҡала һәм ауылдарҙың йөҙөн боҙа, төбәк операторҙары талап иткән техник талаптарға яуап бирмәй, - тип билдәләне Борис Беляев. - Яңы контейнерҙар ҡуйыу көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы кимәленә сығырға һәм суп-сарҙы айырып йыйыуҙы ғәмәлгә индереүҙә ярҙам итәсәк».
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу реформаһы ил Президентының май указдарына ярашлы ҡабул ителгән «Экология» милли проектын бойомға ашырыуҙың бер этабы булып тора.
Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.