Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
19 Февраль 2020, 23:57

Ағиҙелдә Афған ветерандары менән осрашыу үтте

Ҡаланың тарих музейында мәктәп уҡыусылары Афғанстан һуғышында ҡатнашҡан Винер Фатихов һәм Сергей Назаров менән осрашты.

Винер Әнәс улы Афғанстанда майор дәрәжәһендә хеҙмәт иткән, спецназ батальоны менән командалыҡ иткән. Ул бихисап хәүефле операцияларҙа ҡатнашҡан, йәрәхәт алған. Советтар Союзының иң юғары наградаһы менән - Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән. Тик ветеран батырлыҡтары тураһында балаларға һөйләргә яратмай – ул күберәк илдең климаты, таулы һәм сүлле илдең тәбиғәт үҙенсәлектәре тураһында хәтирәләре менән уртаҡлаша.
Сергей Иванович армияға повестканы МИСИ студенты булғанда ала һәм Афғанстанға эләгә. Ашхабад ҡалаһында БМП водителе булырға уҡый, разведка батальонында хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тамамлағас, ата-әсәһе янына Ағиҙелгә ҡайта. Ул да һуғыш хәтирәләренә бирелергә бик яратмай, күп йылдар, пенсияға сыҡҡансы, янғын һүндереүсе булып эшләгәне тураһында һөйләй.
Осрашыуҙың рәсми өлөшө тамамланғас, ветерандар менән балалар бергәләп ҡала музейында экскурсияла булдылар. Әйтергә кәрәк, унда Афған ветерандарына бағышланған махсус экспозиция бар.
Читайте нас: