Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
19 Февраль 2020, 12:30

Краснокамалар "Сәләм" тапшырыуында!

«БСТ» каналының «Сәләм, Республика! Бөйөк Еңеүгә – 75!» проекты сиктәрендә «Сәләм» тапшырыуының 21 февралдәге сығаралышы Краснокама районы ҡаһармандарына бағышлана.

Еңеү яҙын яҡынайтыу өсөн район ниндәй өлөш индергән, ветерандарыбыҙ бөгөн ни хәлдә йәшәй, уларҙы ниндәй мәсьәләр борсой һәм был һорауҙарҙы хәл итеү буйынса район тарафынан ниндәй эштәр башҡарыла?
Тапшырыуҙа район ветерандар советы президиумы ағзаһы Фәнүдә Дмитриева, Краснокама районы башҡорттары Ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Земфира Сәғитова, Яңы Ҡабан ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғасим Ғайсиндың улы Рәфит Ғайсин ҡатнашасаҡ.
Һорауҙарығыҙҙы тура эфир ваҡытында 8-347-2-925-985 телефоны йәиһә 8-937-30-77-177 ватсап буйынса бирә алаһығыҙ. Тапшырыу иртәнге 9 сәғәт 10 минуттан 10.00-ға тиклем барасаҡ.
Читайте нас: