Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
19 Февраль 2020, 15:45

Яңауыл районы Гәрәй ырыуы башлығы һайланды

Ул Ямаҙы мәктәбенең тарих уҡытыусыһы - Нәркис Сафин

13 февралдә Яңауыл районының Ямаҙы ауылында Гәрәй ырыуы башҡорттары йыйыны уҙҙы.
Йыйында "Беҙ Башҡорттар" хәрәкәте активисы Радик Бәхтиев, район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Рафаил Яхин, Яңауыл районының башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмгиәте рәйесе Гөлнара Вәлиева, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Рөстәм Әлимғафаровтар ҡатнашты.
Сара аҙағында Яңауыл районы Гәрәй ырыуы башлығы һайланды. Ул Ямаҙы мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Нәркис Сафин.
Шулай ук Ямаҙы һәм Мәсәғүт ауылдарының иң хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙары Фиҙәниә Ҡәнәфи ҡыҙы Әхиәртдинова менән Хибә Закир ҡыҙы Кашаповаларҙы «Аҡ инәйҙәр» статусына бағышлау йолаһы үткәрелде.
Читайте нас: